Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Май 2023, 17:00

Аномаль эҫелә янғындарға юл ҡуймаҫҡа кәрәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикала янғындарға бәйле хәлде контролдә тоторға ҡушты.

Аномаль эҫелә янғындарға юл ҡуймаҫҡа кәрәк
Аномаль эҫелә янғындарға юл ҡуймаҫҡа кәрәк

«Көндәр ныҡ эҫе тора. Тирә-яҡ ҡоп-ҡоро. Янғындарға юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Ҡайҙалыр ут сыға икән, бөтә көстәрҙе йүнәлтегеҙ. Барыһын да ваҡытында эшләйбеҙ», — тип йөкләмә бирҙе республика етәксеһе Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына.

Уҙған тәүлектә Белорет, Мәсетле һәм Краснокама райондарында 38 гектар майҙанда туғыҙ урман янғыны сығыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Белорет районында урман һаман яна. Бынан тыш, бер тәүлектә генә дөйөм 18 гектар майҙанда ҡоро үлән яныуҙың 24 осрағы теркәлгән. Ут һүндерелгән, ауылдарға хәүеф янамай.

Башинформдан

 

Автор:
Читайте нас: