Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Июнь 2023, 15:05

Һыу инер саҡ етте! Хәүефһеҙлек хаҡында онотмайыҡ!

Ял көндәрендә генә Башҡортстанда биш кеше һыуға батып үлгән.

Һыу инер саҡ етте! Хәүефһеҙлек хаҡында онотмайыҡ!
Һыу инер саҡ етте! Хәүефһеҙлек хаҡында онотмайыҡ!

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Мәләүез янындағы күлдән ҡоткарыусылар 40 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһен сығарған. Шулай уҡ 3 июндә Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһында тағы бер ирҙең үле кәүҙәһе табылған. Әлеге ваҡытта уның шәхесен билдәләйҙәр. Учалы районының Сөләймән ауылы янында, урындағы карьерҙа, шаһиттар билдәләүенсә, 19 йәшлек егет батып үлгән. 

Күгәрсен районының Түләбай ауылы янында 29 йәшлек ирҙең быуала батып үлеүе билдәле булған. 4 июнь иртәһендә ашығыс хеҙмәттәргә Ҡырмыҫҡалы районынан тағын бер хәбәр килә. Бында Ағиҙел йылғаһында 28 йәшлек егет батып үлгән.

Һәр көндө тиерлек һыуҙа батып үлеүселәр тураһында күңелһеҙ хәбәрҙәр килеп тора. Йыш ҡына был фажиғәләр һыу ҡойоноусыларҙың  ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотмауына бәйле. 

Эҫе йәй көн­дә­рен­дә һыу ҡойонғанда һаҡ, иғтибарлы булығыҙ, дуҫтар! Рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инегеҙ!

 

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: