Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Июнь 2023, 13:00

Транспорт ағымында хәрәкәт итеүсе видеотеркәү ҡоролмалары эшләй

Хәрәкәт итеү маршруты «Планета» сауҙа күңел асыу үҙәгенән Өфө аэропортына тиклем һуҙылған.

Транспорт ағымында хәрәкәт итеүсе видеотеркәү ҡоролмалары эшләй
Транспорт ағымында хәрәкәт итеүсе видеотеркәү ҡоролмалары эшләй

Улар ғәҙәти еңел автомобилгә ҡуйылған һәм ҡағиҙә боҙоу осрағын хәрәкәт мәлендә теркәй. 

Транспорт ағымында барғанда был машинаны күргән водителдәр төрлө ҡараш белдерә. Әммә уның маҡсаты юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың мәҙәниәтен күтәреү. Әлегә машинаға ҡуйылған видеотеркәү ҡоролмаһы тиҙлек тәртибен күҙәтеүгә генә көйләнгән. Транспорт ағымында юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге автомобилен күреү менән водителдәргә һиҫкәнергә кәрәк. Был машинаға ҡуйылған видео теркәү комплексы, ҡағиҙә боҙоу осрағын хәрәкәт мәлендә хәтеренә яҙып ала.

Башҡортостан юлдарына әле 1800-гә яҡын фотовидеотеркәү ҡоролмаһы ҡуйылған. Уларҙың күбеһе стационар тәртиптә эшләй. Күсмә камералар һаны 63.

Рәхсәт ителгән тиҙлекте арттырыу йыш ҡына аяныслы тамамлана. Шуға ла Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге хеҙмәткәрҙәре барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра. Ул ваҡытта автомобиль видеокүҙәтеүгә алынмаҫ, штраф һалынмаҫ, ә иң мөһиме сәфәр хәүеф-хәтәрһеҙ булыр тигән фекерҙә белгестәр.

Автор:
Читайте нас: