Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Июнь 2023, 14:00

Штрафығыҙ бармы? Түләй һалығыҙ!

Башҡортостанда «Бурыслы» иҫкәртеү сараһы старт алды. Был хаҡта «Башинформ»ға республика ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтен хәбәр иттеләр.

Штрафығыҙ бармы? Түләй һалығыҙ!
Штрафығыҙ бармы? Түләй һалығыҙ!

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыны туҡтатып, уны мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерә. Түләнмәгән штрафы булһа, административ протокол төҙөлә. Судта ғәйеплене 15 тәүлеккә ҡулға алыуҙары ихтимал.

Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.25-се статьяһына ярашлы, йыл башынан Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре административ штрафты ваҡытында түләмәгән 4 500-ҙән ашыу водителде административ яуаплылыҡҡа тарттырған. Шуға бәйле автоһәүәҫкәрҙәргә водитель тарихын тикшерергә кәңәш итәләр. Штраф бар икән, мотлаҡ түләп ҡуйырға кәрәк.

Сара 25 июнгә тиклем дауам итә.

Автор:
Читайте нас: