Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Июнь 2023, 16:00

Ҡайһы телдә теләйһегеҙ, шул телдә шылтыратығыҙ!

Башҡортостанда «Система-112»-гә хәл-ваҡиғалар тураһында төрлө телдәрҙә хәбәр итергә мөмкин.

Ҡайһы телдә теләйһегеҙ, шул телдә шылтыратығыҙ!
Ҡайһы телдә теләйһегеҙ, шул телдә шылтыратығыҙ!

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ғәҙәти көндәрҙә шылтыратыуҙар рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә ҡабул ителә.

«Халыҡ-ара фәнни, мәҙәни, спорт саралары уҙғарылған көндәрҙә француз, немец, испан һәм ҡытай телдәрендә шылтыратып әйтеү мөмкинлеге бар», - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Билдәләнеүенсә, «Система-112» менән бәйләнеш өҙөлгән осраҡта, ул шунда уҡ автоматик рәүештә тергеҙелә.

Автор:
Читайте нас: