Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Август 2023, 11:00

Өфө районында урынлашҡан ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡош киҙеүе табылған

Был турала Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Өфө районында урынлашҡан ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡош киҙеүе табылған
Өфө районында урынлашҡан ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡош киҙеүе табылған

Предприятиела ҡош юҡ ителә. Хәүеф сығанағына 5 километр тирәһендә урынлашҡан бөтә ауылдарҙа ла йорт ҡоштары вакциналана. Хужаларға тауыҡ, ҡаҙ, өйрәк йәки күркәләрҙе саф һауаға сығармай тәрбиәләү талабы ҡуйыла.

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығы әле эпидемияны иҫкәртеү сараларын күрә. Белгестәр ауырыу сығанағына яҡын урынлашҡан ауылдарҙа ихаталар буйлап үтә, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара.Ҡошсолоҡ фабрикаһында хеҙмәткәрҙәре медицина күҙәтеүенә алынған. Ауыл хужалығы продукцияһын һатыу, ауырыу ҡошто юҡ итеү котролдә тотола. Дезинфекция үткәрелә.

Ҡош киҙеүе хәүефле йоғошло сир. Кеше уны ғәҙәттә ауырыу ҡош-ҡорттан йоҡтора. Вирусты эләктергән ҡоштарҙың координацияһы боҙола,хәле булмай, муйыны ҡыйшая, кикеректәре шешә һәм ҡарая. Ауырыу ҡоштоң итен йәки йомортҡаһын ашағанда вирус кешегә күсә. Һыу, туҙан, бысраҡ ҡулдар аша ла кеше был киҙеүҙе йоҡтороуы ихтимал.

Ҡош киҙеүенең инкубация осоро 5 көн самаһы. Аурыуы билдәләре: юғары тән температураһы, баш ауыртыуы, тән һыҙлауы, тамаҡ шешеүе, уҡшытыу. Ярҙам күрһәтелмәгәндә сирленең хәле ауырая. Шуға ла ҡош киҙеүенең тәүге билдәләре күренеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ауырыуҙан һаҡланыу өсөн ҡоштарҙан алыҫыраҡ торорға, билдәһеҙ урында ҡошсолоҡ продукцияһын һатып алмаҫҡа. Ҡош ите һәм йомортҡаны оҙағыраҡ бешереп ашарға. Ҡулдарҙы дезинфекциялау өсөн махсус антисептиктарҙы ҡулланырға кәрәк.

Башньюс

 

Автор:
Читайте нас: