Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Август 2023, 13:00

Өфө районында ҡош киҙеүенә ҡаршы карантин индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районында карантин индереү хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Өфө районында ҡош киҙеүенә ҡаршы карантин индерелде
Өфө районында ҡош киҙеүенә ҡаршы карантин индерелде

Унда яҙылыуынса, Авдон ауылындағы «Башҡорт» ҡошсолоҡ фабрикаһында юғары патогенлы  ҡош киҙеүе сығанағы теркәлгән. Хәүефле зонала - Авдон, Жуков, Сергеевка һәм Уптин ауылдары, ««Гарнизонный», «Дубрава», «Отдых», «Солнечный-3», «Рябинушка» һәм «Эталон» баҡсасылыҡ ширҡәттәре. 10 саҡрым радиустағы тораҡ пункттар күҙәтеү зонаһы булараҡ билдәләнгән.

Карантин осоронда сирле ҡоштарҙы дауалау, хеҙмәткәрҙәрҙән һәм ветеринария хеҙмәте белгестәренән тыш, сит кешеләргә фабрикаға инеү тыйыла. Шулай уҡ биләмәнән ҡоштарҙы, йомортҡаларҙы, ҡош аҙығын һәм инвентарен сығарыу һәм индереү, үлгән тауыҡтарҙың йөнөн алыу, инкубаторға йомортҡалар һалыу, йорт ҡоштарын урамға сығарыу, йәрминкәләр һәм башҡа саралар уҙғарыу, ҡоштарға һунар итеү тыйыла.

«Сикләү саралары, ҡырағай ҡоштарҙан тыш, һуңғы сирле ҡошто яндырғандан һуң 21 көн дауам итәсәк», - тиелә указда.

Автор:
Читайте нас: