Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Август 2023, 14:00

Уҡыусы сумкаһы күпме тартырға тейеш?

 1-2-се класс уҡыусылары өсөн рюкзактың ауырлығы 1,5 килограмдан, ә 3-4-се класс өсөн 2 килограмдан артмаҫҡа тейеш.

Уҡыусы сумкаһы күпме тартырға тейеш?
Уҡыусы сумкаһы күпме тартырға тейеш?

Рюкзактың арҡа яғының ҡаты, ныҡ, үҙе һыу үткәрмәҫлек туҡыманан, киң ләмкәле, мотлаҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарының булыуы мотлаҡ. 

Был хаҡта Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығының тышҡы коммуникациялар бүлеге начальнигы Регина Аҡмалова белдереүенсә, мәктәп формаһының яртыһы тәбиғи туҡымаларҙан торорға, һулап, дымды этәреусе туҡыманан булырға тейеш. Аяҡ кейеме класс һәм спорт дәрестәре өсөн айырым. Алмаш аяҡ  кейеме тәбиғи күндән, нубуктан йәки тығыҙ туҡыманан, бәләкәй үксәлеһен һатып алыу яҡшы.

Сифатҡа тап килеү тураһында бөтә документтарҙы һатыусы беренсе талап буйынса бирергә тейеш. «Намыҫлы билдә» ҡушымтаһы аша ла тикшерергә мөмкин.

«Мәктәп формаһын, аяҡ кейемен, рюкзакты һатып алынғандан алып 14 көн эсендә алмаштырырға һәм кире ҡайтарырға була икәнен хәтерегеҙҙә тотоғоҙ», – тип хәбәр иткән ведомство вәкиле.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас: