Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Август 2023, 13:00

Бәләбәйҙә балалар хәүефһеҙлегенә – айырым иғтибар

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан  Бәләбәй АТП-һында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәктәп автобустарын тикшерҙеләр.

Бәләбәйҙә балалар хәүефһеҙлегенә – айырым иғтибар
Бәләбәйҙә балалар хәүефһеҙлегенә – айырым иғтибар

Тикшереүҙең маҡсаты – балаларҙың ойошторолған төркөмдәрен хәүефһеҙ йөрөтөүҙе тәьмин итер өсөн шарттар тыуҙырыу.

Инспекторҙар водителдәрҙең Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә ҡаралған тейешле документтарының булыу-булмауына, транспорт сараларының техник торошона, тахографтар булыуға һәм водителдәрҙең эш һәм ял режимын үтәүенә, беренсел ярҙам аптечкалары, ут һүндергестәр һ.б. булыуға айырыуса иғтибар иттеләр.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәр менән, улар ҡулында иң ҡәҙерлеһе – балалар ғүмере һәм сәләмәтлеге икәнен иҫкә төшөрөп, иҫкәртеү әңгәмәләре уҙғарҙылар.

Автор:
Читайте нас: