Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Август 2023, 13:00

«Иғтибар – балалар!» акцияһы бара

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы 21 августан 15 сентябргә тиклем киң күләмле «Иғтибар – балалар!» акцияһы уҙғара.

«Иғтибар – балалар!» акцияһы бара
«Иғтибар – балалар!» акцияһы бара

Сара яңы уҡыу йылы башланыр алдынан балаларҙың юлдарҙа, транспортта йәрәхәтләнеүен булдырмау маҡсатында ойошторола.

Уҡыу йылы башланған көндәрҙә мәктәптәрҙә уҡыусылар менән профилактик акциялар: әңгәмәләр, конкурстар, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса викториналар үткәреләсәк.  Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәтендә йәш ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән аңлатыу һәм профилактика эше алып барыу менән бергә балиғ булмағандар һәм уларҙың ата-әсәләре яғынан ҡағиҙә боҙоуҙарға ла юл ҡуймаясаҡ. Саралар уҙғарылған осорҙа ДПС экипаждарының патрүль маршруттары белем биреү ойошмаларына яҡын ойоштороласаҡ.

Автор:Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: