Хәүефһеҙлек
7 Марта 2025, 05:00

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһының байрам рейдтары тураһында иҫкәртәләр

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһының байрам рейдтары хаҡында иҫкәртәләр. Был юлы «Айыҡ водитель» рейдтары биш көн, 6 марттан 10-на тиклем үткәрелә, тип хәбәр итте республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһының байрам рейдтары тураһында иҫкәртәләрБашҡортостанда дәүләт автоинспекцияһының байрам рейдтары тураһында иҫкәртәләр
Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһының байрам рейдтары тураһында иҫкәртәләр

«Төп бурыс – эскән килеш транспорт менән идара итеүгә бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймау, шулай уҡ байрам ойошторолған һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа иҫерек водителдәрҙе асыҡлау», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.

Юлда ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына хәбәр итергә мөмкин: 8 347 279-32-92. Шулай уҡ телеграмда @GIBDDRB_02bot эшләй.

Автор:
Читайте нас