Хәүефһеҙлек
16 Ноября 2025, 11:00

16 ноябрь - Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Йыл һайын ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә бөтә донъяла юл фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнә. Был көндә беҙ арабыҙҙан киткәндәрҙе, юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандарҙы иҫкә алабыҙ.

16 ноябрь - Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө16 ноябрь - Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
16 ноябрь - Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Фажиғәле дата алдынан Башҡортостан Республикаһы буйынса ҡайғылы статистика менән республиканың ЮХХДИ бүлегендә бүлештеләр. Октябрҙә төбәктә 246 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 285 кеше тән йәрәхәттәре алған. Ведомство сайтында баҫылған мәғлүмәттәр буйынса, 39 юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы һәләк булған.

Авариялар буйынса абсолют лидер - Өфө, унда 108 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Быйыл 10 айҙа Башҡортостанда юлдарҙа 2,3 мең самаһы авария теркәлгән, уларҙа 340 кеше һәләк булған. 2024 йылдың ошо уҡ осоронда 2,5 меңгә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы була, 329 кеше һәләк булған.

Юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтары буйынса Башҡортостан Краснодар крайы (591 кеше һәләк булған), Мәскәү өлкәһе (578), Ростов өлкәһе (370) һәм Мәскәү ҡалаһы (299 һәләк булған)  менән бергә тәүге бишәү иҫәбенә инә.
Бәләбәй районында юл-транспорт фажиғәләренә бәйле хәлдәр нисек? Был хаҡта ЮХХДИ-ның урындағы бүлегендә хәбәр иттеләр.

2025 йылда (16 ноябргә ҡарата) райондың автомобиль юлдарында 41 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Төп сәбәптәр иҫәбендә: бәрелеш, шулай уҡ юлдан  ситкә сығыу һәм йәйәүлегә бәрелеү.

Авария хәлен һәм юл-транспорт ваҡиғалары эҙемтәләренең ауырлығын кәметеү өсөн инспекторҙар иҫкәртеү рейдтары үткәреүҙе дауам итә. Быйыл йөҙҙән ашыу оператив-иҫкәртеү сараһы ойошторолған. Бынан тыш, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙы, ҡайһы берҙә уларҙың ата-әсәләрен юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүгә өйрәтеү маҡсатында белем биреү учреждениеларына йөрөй. Мәҫәлән, был аҙнала «Йөк автомобиле» махсуслаштырылған рейд саралары сиктәрендә Совет урамында юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе тикшерҙе.

«Юлдарҙағы хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү бурыс ҡына түгел, ә хәрәкәттә һәр ҡатнашыусының эске ихтыяжы ла булыр, тип өмөтләнәбеҙ», – тип саҡыралар Бәләбәй районы буйынса ЮХХДИ бүлегенән.

Автор: Регина Фаизова
Читайте нас