Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Февраль , 14:00

Эске эштәр министрлығы иҫкәртә

Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: мутлашыусылар корпоратив ҡушымталарға килештереп йәшерелгән зарарлы программа тәьминәтен тарата.

Эске эштәр министрлығы иҫкәртә
Эске эштәр министрлығы иҫкәртә

 Улар эш биреүселәр ҡиәфәтенә инеп, ҡорбанын, хеҙмәт бурыстарын үтәр өсөн ҡушымтаны күсереп алырға кәрәк, тип ышандыра.

 Файлдарҙың форматы төрлө булыуы мөмкин – WBwork.apk, YandexTracker.apk йәки башҡа.

 Урынлаштырыу эҙемтәләре – шәхси мәғлүмәттәрегеҙ сит кешеләргә эләгә (контакттар, СМС, геолокация, ҡоролмағыҙҙың моделе, операцион система версияһы).

 Бынан тыш, енәйәтселәр зыян күреүсенең смартфоны менән ситтән идара итеү мөмкинлеген ала.

 Һаҡ булығыҙ һәм хеҙмәттәштәрегеҙҙе иҫкәртегеҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас