Артабан уның менән, йәнәһе, үҙҙәрен «Госуслуги» порталы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған кешеләр бәйләнешкә ингән. Аҡсаларын һаҡлау һылтауы менән улар аҡсаны «яңы баланс иҫәбенә» күсереү кәрәклегенә ышандырған, юғиһә, уларҙы мутлашыусылар урлаясаҡ, тип ҡурҡытҡандар.
Ҡатын, ҡурҡып, банкка киткән. Ухтомский урамында урынлашҡан «Һаҡлыҡ банкы» бүлексәһендә эшләгән хеҙмәткәр мутлашыу осрағын билдәләгән һәм әлеге хәл тураһында полицияға хәбәр иткән.
Финанс учреждениеһы хеҙмәткәре бүләкләү өсөн яҡын арала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығына саҡырыласаҡ.