Хәүефһеҙлек
17 Февраль , 10:00

Бәләбәйҙә бәлиғ булмаған йәйәүлене машина тапаған

14 февралдә Бәләбәй ҡалаһында бәлиғ булмаған йәйәүле ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Sollers ST6  автомобилендә водитель көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеленән сығып барған 16 йәшлек ҡыҙҙы тапатҡан.

Бәләбәйҙә бәлиғ булмаған йәйәүлене машина тапағанБәләбәйҙә бәлиғ булмаған йәйәүлене машина тапаған
Бәләбәйҙә бәлиғ булмаған йәйәүлене машина тапаған

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бәлиғ булмаған бала медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Бәләбәй үҙәк район дауаханаһына оҙатылған.

Дәүләт автоинспекцияһы түбәндәгеләрҙе иҫкә төшөрә:

*Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү - юлдарҙа хәүефһеҙлек нигеҙе.

*Йәйәүлеләр үткәүеленә яҡынлашҡанда водителдәр тиҙлеген кәметергә һәм йәйәүлеләрҙе үткәрергә тейеш. Айырыуса балалар сығыу ихтималлығы булған урындарҙа иғтибарлы булырға кәрәк.

*Йәйәүлеләр, юлды йәйәүлеләр үткәүеленән генә аша сығығыҙ! Хатта көйләнгән үткәүелдә лә машина водителдәренең һеҙҙе күреүҙәрен һәм туҡтап ҡалыуҙарын тикшерергә кәрәк.

*Сыҡҡанда юлдағы хәлдәрҙе күҙәтеп барығыҙ.

Юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!

Бәләбәй районы буйынса ЮХХДИ бүлеге фотолары

Бәләбәйҙә бәлиғ булмаған йәйәүлене машина тапаған
Бәләбәйҙә бәлиғ булмаған йәйәүлене машина тапаған
Автор: Регина Фаизова
Читайте нас