Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Февраль , 10:00

Шәхес хәүефһеҙлеге – дәүләт хәүефһеҙлеге

Бәләбәй районы мәктәптәрендә хәүефһеҙлек айлығы үтә. Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре профилактик әңгәмәләр үткәреү өсөн белем биреү учреждениелары уҡыусылары менән осраша.

Шәхес хәүефһеҙлеге – дәүләт хәүефһеҙлеге
Шәхес хәүефһеҙлеге – дәүләт хәүефһеҙлеге

17 февралдә Бәләбәй ҡалаһындағы 15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-11 класс уҡыусылары Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте офицеры менән осрашты. Ул үҫмерҙәр менән актуаль темаға аралашты: «Балиғ булмағандарҙы террористик, диверсион һәм экстремистик эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙе иҫкәртеү».

Именлек органдары хеҙмәткәре өлкән класс уҡыусыларына халыҡ-ара терроризм хәүефе хаҡында һөйләне һәм илебеҙ бер нисә тапҡыр террористик агрессияға дусар булғанын хәтергә төшөрҙө. Рәсәйҙең компетентлы органдары терроризмға ҡаршы ниндәй саралар ҡулланыуын аңлатты, шулай уҡ уларҙы боҙған өсөн ҡәтғи енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ закон статьяларына ентекле туҡталды,.

Цифрлы хәүефһеҙлеккә айырыуса иғтибар бүленде. Беҙҙең заманда үҫмерҙәр күп ваҡытын интернетта үткәрә: уйнай, видео ҡарай, мессенджерҙарҙа аралаша. Күп осраҡта улар, быны үҙҙәре лә аңламайынса, мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгә ала. Тиҙ арала аҡса эшләү йәки «ҡыҙыҡлы» берләшмәнең бер өлөшө булыу теләге балиғ булмағандарҙың террористик төркөмдәрҙән һәм мутлашыусыларҙан килгән күрһәтмәләрҙе үтәй башлауына килтереүе ихтимал. «Зарарһыҙ эштәр» йәһәтенән уларға реле шкафтарына, дәүләт учреждениеларына, кәрәҙле вышкаларға ут төртөргә, һәйкәлдәрҙе, монументтарҙы бысратырға йәки башҡа законһыҙ эш ҡылырға тәҡдим итергә мөмкиндәр.

Үҙ миҫалында офицер Ватаныбыҙға һөйөү тойғо ғына түгел, ә бурыс та булыуын тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Илебеҙ яҡшыраҡ булһын, унда тыныслыҡ һәм ғәҙеллек хөкөм һөрһөн, ә кешеләр бәхетле һәм имен йәшәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү бурысы.

Осрашыу аҙағында хеҙмәткәр уҡыусыларға хоҡуҡҡа ҡаршы акциялар уҙғарыу өсөн килгән хәбәрҙәр тураһында тиҙ арала хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Бәләбәй ҡалаһындағы дежур бүлегенә 8-34786-5-89-27 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәклеге хаҡында хәбәр итте.

Фотолар: 15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Шәхес хәүефһеҙлеге – дәүләт хәүефһеҙлеге
Шәхес хәүефһеҙлеге – дәүләт хәүефһеҙлеге
Шәхес хәүефһеҙлеге – дәүләт хәүефһеҙлеге
Шәхес хәүефһеҙлеге – дәүләт хәүефһеҙлеге
Шәхес хәүефһеҙлеге – дәүләт хәүефһеҙлеге
Автор: Светлана Шириня
Читайте нас