Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Февраль , 15:00

Бәлә булдырмаҫ өсөн

17 февралдә Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернатында Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы  вәкиле булды.

Бәлә булдырмаҫ өсөн
Бәлә булдырмаҫ өсөн

Федераль именлек хеҙмәте дәүләтте милли именлеккә янаған хәүефтән һөҙөмтәле һаҡлай. Шуға күрә ФСБ хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле махсус хоҡуҡтар бирелә.

Хеҙмәткәр 7-9 класс уҡыусылары менән «Монументтарҙы, һәйкәлдәрҙе боҙоуҙы, бәлиғ булмағандарҙы террористик эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙе иҫкәртеү» темаһына иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрҙе.

ФСБ вәкиле гимназистарға халыҡ-ара терроризм хәүефе, илебеҙҙең бер нисә тапҡыр агрессияға дусар булыуы тураһында һөйләне. Ул Рәсәй Федерацияһының компетентлы органдары тарафынан терроризмға ҡаршы ниндәй саралар ҡулланылыуын аңлатты, закондың боҙорға ярамаған статьялары тураһында һөйләне.

Балалар күп ваҡытын гаджеттар менән үткәрә: уйындар уйнай, роликтар ҡарай, мессенджерҙарҙа хатлаша. Ҡайһы берҙә, үҙҙәре лә белмәйенсә, мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләгә. «Еңел» аҡса эшләү теләге балаларҙың төрлө төркөмдәргә инеүенә һәм террорсыларҙың күрһәтмәләрен үтәүенә килтерә (эскәмйәне яндырырға, мәңгелек утҡа һыу ҡойорға, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған һәйкәлдәргә төкөрөргә һ.б.). Был ғәмәлдәр законһыҙ һәм закон буйынса ҡаты язалана.

Осрашыу аҙағында дәүләт именлеге хеҙмәткәре мәктәп уҡыусыларына, әгәр уларға юғарыла күрһәтелгән хоҡуҡҡа ҡаршы акциялар тураһында хәбәрҙәр килә икән, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең  Бәләбәй ҡалаһындағы бүлексәһе дежурныйына 8-34786-5-89-27 телефоны буйынса кисекмәҫтән хәбәр итергә кәрәлеген әйтте.

Фотолар: Башҡорт гимназия-интернаты

 

Бәлә булдырмаҫ өсөн
Бәлә булдырмаҫ өсөн
Бәлә булдырмаҫ өсөн
Бәлә булдырмаҫ өсөн
Автор: Светлана Шириня
Читайте нас