Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Февраль , 16:00

Мутлашыусылар аҡса урлау өсөн дипфейк технологияһын ҡуллана

Мутлашыусылар аҡса урлау өсөн дипфейк технологияһын — ысын кешеләрҙең виртуаль күсермәләрен — әүҙем ҡуллана.

Схеманың нисек эшләүен Рәсәй банкыһының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлатты:

 

Мутлашыусылар нейроселтәрҙәр ярҙамында кешенең һанлы ҡабатламаларын төҙөй. Яһалма образды прототиптың туғандарына һәм таныштарына мессенджерҙар йәки социаль селтәрҙәр аша ебәрәләр.

 

Ялған видео йәки аудио хәбәрҙәрҙә виртуаль персонаж ғәҙәттә ниндәйҙер проблема – мәҫәлән, ауырыу йәки юл-транспорт ваҡиғаһы – тураһында хәбәр итә. Һәм билдәле бер иҫәпкә аҡса күсереүҙе һорай.

 

Ҡайһы берҙә мутлашыусылар танылған кешеләрҙең һүрәттәрен ҡулланып, улар исеменән хәбәрҙәр ебәрә.

 

Рәсәй банкыһы иҫкәртә: һәр кешенең яһалма өлгөһөн эшләргә мөмкин. Шуға күрә, финанс ярҙам һорап телдән йәки видео хәбәр алһағыҙ, аҡса күсерергә ашыҡмағыҙ.

 

Тәүҙә хәбәр ебәргән кешегә шылтыратып, мәғлүмәтте ентекләп тикшерегеҙ.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас