Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Февраль , 12:00

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә ул...

Илдус Шәйбәков 18 йыл ярым колонияға ебәрелде.

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә ул...
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә ул...

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы теркәү-имтихан бүлегенең элекке етәксеһе 18 йыл ярымға хөкөм ителде. Бынан тыш, суд Илдус Шәйбәковҡа 2,5 миллион һум күләмендә штраф һалды һәм подполковник дәрәжәһенән мәхрүм итте. Хөкөм ителеүсе ғәйебен таныманы. Илдус Шәйбәков 2022 йылда ҡулға алына, быға тиклем ул бер йыл федераль эҙләүҙә була.

Суд тарафынан асыҡланыуынса, ул етәкләгән теркәү-имтихан бүлеге ришүәт системаһын алып барған. Водитель таныҡлығының хаҡы 14 меңдән 40 мең һумға тиклем билдәләнгән. Етәксе менән бергә тағы ла ете полиция хеҙмәткәре, шул иҫәптән Илдус Шәйбәковтың урынбаҫарына ла хөкөм ҡарары сығарылды. Ҡырын эште улар йылдар дауамында бергәләп башҡарған. Суд тарафынан барыһының да дәрәжәһе тартып алынып, 12 йылдан 17 йыл ярымға тиклем хөкөм ителде. Төрлө күләмдә штраф та һалынды.

Башньюс

Автор:
Читайте нас