Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Март , 17:00

Йәш пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге өсөн

«Баланы һәләк итмә, ҡайышын эләктер!» социаль кампанияһы сиктәрендә Бәләбәй ҡалаһының «Алёнушка» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре «Бөтә ғаилә менән эләктерегеҙ» фотомарафонында ҡатнашты.

Йәш пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге өсөн
Йәш пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге өсөн

Башланғыс бөтә водителдәрҙең иғтибарын автомобиль креслоларын һәм хәүефһеҙлек ҡайыштарын дөрөҫ файҙаланыуҙың мөһимлегенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Был ябай ғына саралар йәш пассажирҙарҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалырға мөмкин.

«Социаль кампания юлда балаларҙың хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек күрергә кәрәклеген иҫкә төшөрә. Әйҙәгеҙ бергәләп юлдарҙы хәүефһеҙерәк итәйек!», – тип саҡыралар Бәләбәй районы буйынса ЮХХДИ бүлексәһендә.

Автор: Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас