Полиция хеҙмәткәрҙәрен күреп, ир машина хужаһы йоҡлаған артҡы ултырғысҡа күсеп ултыра, ә һуңынан үҙенең мәғлүмәттәрен әйтергә теләмәй. Ирҙе полиция бүлегенә алып киләләр, унда уның иҫерек булыуы асыҡлана.
Был хоҡуҡ боҙоусы өсөн беренсе осраҡ түгел: элек ул иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған була. Шуға күрә был юлы уға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Судта ир үҙенең ғәйебен таный. Суд уға ҡаты режимлы колонияла бер йыл дүрт айға иркенән мәхрүм итеү төрөн тәғәйенләй, шулай уҡ ике йылға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итә.
Бындай ғәмәлдәр етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иҫерек килеш транспорт менән идара итеү ҡағиҙә боҙоусы өсөн генә түгел, ә бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн дә хәүефле.