Алина Ринат ҡыҙы юлдарҙағы авариялар хәлен яҡтыртты һәм ата-әсәләрҙең иғтибарын төп ҡағиҙәләргә: хәүефһеҙлек ҡайыштарын һәм балалар креслоларын файҙаланыуға, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ҡулланыуға, юл аша дөрөҫ үтеүгә йүнәлтте.
Инспектор балалар менән юлдағы хәүефһеҙлек тураһында даими һөйләшеүҙәрҙең мөһимлеген билдәләне. Ата-әсәләр юл хәрәкәте темаһы буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына тулы яуаптар алды.
Һуңынан янғын хәүефһеҙлеге, йортта, тәбиғәттә үҙеңде тотоу һәм таныш булмаған кешеләр менән аралашыу ҡағиҙәләре кеүек хәүефһеҙлектең башҡа аспекттары буйынса фекер алыштылар.
Йәнле диалог форматында ғәмәли хәлдәрҙе тикшерҙек, мәҫәлән, бала юғалһа нимә эшләргә? Шулай уҡ осрашыуҙа ҡатнашыусылар тематик викторинала үҙҙәренең белемен тикшерҙе.
Йыйылыш йылы һәм дуҫтарса халәттә үтте.
Р.Р.Ибраһимова, И.П.Караберова, тәрбиәселәр