Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Март , 18:00

Һаҡ булығыҙ, талпандар уяна!

Башҡортостандың талпан энцефалитын йоҡтороу хәүефе юғары булған райондар аталды.

Һаҡ булығыҙ, талпандар уяна!
Һаҡ булығыҙ, талпандар уяна!

Апрелдән республикала талпандарҙың әүҙем миҙгеле башлана. Йыл һайын 10-12 мең кеше ошо ҡан эскес бөжәктәрҙән зыян күрә. 2025 йылда 14 талпан энцефалиты һәм 24 боррелиоз осрағы теркәлгән.

Роспотребнадзор хәүефле урындарҙың исемлеген иғлан итте (энцефалит йоҡтороу осрағы республика буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ):

- Асҡын, Белорет, Ҡариҙел, Дыуан, Әбйәлил, Благовещен, Өфө райондары;
- Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары.

Нимә эшләргә:

— Иң мөһиме - вакцинация (айырыуса эндемик райондарҙа йәшәүселәргә, урманда һәм ауыл хужалығында эшләүселәргә)

— Прививка яһатмағандарға тиҙ арала (өс көндән дә һуңға ҡалмайынса) иммуноглобулин ҡаҙарға кәрәк.

Башҡортотан яңылыҡтары.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас