Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Апрель , 12:00

Йәш хәрәкәт инспекторҙары юлдарҙа хәүефһеҙлек тураһында иҫкә төшөрҙө

Яҙғы каникулдар алдынан Башҡорт гимназия-интернатының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү отряды юлдарҙа хәүефһеҙлекте арттырыуға йүнәлтелгән иҫкәртеү акцияһы үткәрҙе.

Йәш хәрәкәт инспекторҙары юлдарҙа хәүефһеҙлек тураһында иҫкә төшөрҙө
Йәш хәрәкәт инспекторҙары юлдарҙа хәүефһеҙлек тураһында иҫкә төшөрҙө

Отряд вәкилдәре яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы материалдарҙан кейем кейеү өсөн үҙ ҡулдары менән аксессуарҙар эшләне. Балалар эшләгән биҙәүестәр –  водитель өсөн 150-400 метр арауыҡта күренерлек булыу мөмкинлеге ул.

Шулай уҡ йәш инспекторҙар гимназистар менән өйҙә, юлда, йәмәғәт урындарында һәм һыу буйында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен тикшерҙе.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге отряды юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы иғтибарлы булырға һәм ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра.

Фотолар: Башҡорт гимназия-интернаты

Йәш хәрәкәт инспекторҙары юлдарҙа хәүефһеҙлек тураһында иҫкә төшөрҙө
Йәш хәрәкәт инспекторҙары юлдарҙа хәүефһеҙлек тураһында иҫкә төшөрҙө
Йәш хәрәкәт инспекторҙары юлдарҙа хәүефһеҙлек тураһында иҫкә төшөрҙө
Йәш хәрәкәт инспекторҙары юлдарҙа хәүефһеҙлек тураһында иҫкә төшөрҙө
Йәш хәрәкәт инспекторҙары юлдарҙа хәүефһеҙлек тураһында иҫкә төшөрҙө
Йәш хәрәкәт инспекторҙары юлдарҙа хәүефһеҙлек тураһында иҫкә төшөрҙө
Йәш хәрәкәт инспекторҙары юлдарҙа хәүефһеҙлек тураһында иҫкә төшөрҙө
Автор: Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас