Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Апрель , 16:00

Бәләбәй кешеһе автомобиленән һәм бер нисә миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Бәләбәй районында 55 йәшлек ир телефондан мутлашыусылар тоҙағына эләккән. Был хаҡта Башҡортостан Эске эштәр министрлығы хәбәр итте.

Барыһы ла билдәһеҙ шылтыратыуҙан башлана, үҙҙәрен килтереп биреү хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштыралар. Заказды раҫлау һылтауы менән ул ирҙән смс кодын белә. Һуңынан үҙен Рәсәй финанс мониторингы хеҙмәткәре тип таныштырған ҡыҙ шылтыратҡан. «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә ирҙең аккаунтын ватҡандар, ә уның исеменә ышаныс ҡағыҙы һәм автомобиль залогы биреп кредит юллағандар, тип белдерә ул. Кредиттың суммаһы, шылтыратыусы һүҙҙәренсә, ике миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Аҡсаны «һаҡлау» өсөн мутлашыусылар зыян күреүсене машинаһын һатырға һәм аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә өндәй. Ир кеше уларҙың күрһәтмәләрен үтәгән: автомобиль һатыуҙан килгән аҡсаны, уға шәхси һаҡлыҡтағы аҡсаһын һәм туғандарынан алғандарын да ҡушып, күсергән.

Мутлашыусыларға ебәрелгән дөйөм сумма 4,5 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы халыҡты һаҡ булырға һәм алдаҡсыларҙың тоҙаҡтарына бирелмәҫкә саҡыра. Мәғлүмәтте тикшерегеҙ һәм таныш булмаған кешеләргә шәхси мәғлүмәттәрҙе әйтмәгеҙ.

Автор: Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас