Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Апрель , 18:00

Дәүләт автоинспекцияһы балалар һағында

Башҡортостанда юлдарҙа балалар хәүефһеҙлеге буйынса иҫкәртеү саралары старт алды. «Дәүләт автоинспекцияһы балалар һағында» акцияһы Дәүләт автоинспекцияһы ойошторолоуҙың 90 йыллығына арнала һәм балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

Дәүләт автоинспекцияһы балалар һағында
Дәүләт автоинспекцияһы балалар һағында

Акцияның төп маҡсаты – юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы балаларҙың хәүефһеҙлеген арттырыу һәм балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү. Ай дауамында полиция хеҙмәткәрҙәре тематик дәрестәр, Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәләренә экскурсиялар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса конкурстар һәм викториналар үткәрәсәк.

Инспекторҙар мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында аңлатыу эштәре алып барасаҡ. Улар балаларға ғына түгел, ата-әсәләргә лә юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлегенә контроллек итеү кәрәклеге хаҡында һөйләйәсәк. Бындай мәғлүмәт-ағартыу акциялары уҙғарыу балаларға юл хәрәкәте һәм юл-патруль хеҙмәте инспекторы һөнәре менән танышырға мөмкинлек бирә.

Бәләбәй Дәүләт автоинспекцияһы эшкә әүҙем ҡушылды ла инде. Күп кенә белем биреү учреждениеларында иҫкәртеү саралары үтте. Март аҙағында акция сиктәрендә урындағы полиция бүлегенә тәүге экскурсия ойошторолдо.

Фотолар: А.Әмирова

Дәүләт автоинспекцияһы балалар һағында
Дәүләт автоинспекцияһы балалар һағында
Дәүләт автоинспекцияһы балалар һағында
Автор: Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас