

Иртәнге сәғәт ун берҙәр тирәһендә 54 йәшлек ВАЗ-2106 автомобиле водителе идара итеүҙе юғалта. Машина юлдан ситкә оса һәм ҙур тиҙлектә металл кәртәгә бәрелә.
Водитель ашығыс ярҙам килгәнгә тиклем урында уҡ вафат була.
Әлеге ваҡытта төбәктең юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның бөтә нескәлектәрен һәм сәбәптәрен асыҡлай.
Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе юлдарҙа иғтибарлы булырға һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.
Фотолар ЮХХДИ бүлегенән