Хәүефһеҙлек
27 Апреля , 09:00

Пенсионер ҡатын, йортон һатып, мутлашыусыларға 11 млн һум аҡса күсергән

Нефтекама полицияһына телефон мутлашыусыларының ҡорбаны булған 60 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ҡатын хәбәр итеүенсә, мутлашыусыларҙан бер нисә шылтыратыу алғандан һуң ул үҙенең йортон һатҡан һәм енәйәтселәргә ҙур сумма аҡса күсергән.

Пенсионер ҡатын, йортон һатып, мутлашыусыларға 11 млн һум аҡса күсергәнПенсионер ҡатын, йортон һатып, мутлашыусыларға 11 млн һум аҡса күсергән
Пенсионер ҡатын, йортон һатып, мутлашыусыларға 11 млн һум аҡса күсергән

Зыян күреүсе әйтеүенсә, барыһы ла ике ай самаһы дауам иткән шикле шылтыратыуҙарҙан башлана. Тәүҙә уға ҙур селтәр магазины вәкиле шылтыратып, боҙолған посылка тураһында хәбәр итә, уны тергеҙеү өсөн смс-тан код атауҙы талап итәләр.

Маркетплейстарҙы йыш ҡулланған ҡатын алдашалар тип шикләнмәй.

Артабан «Дәүләт хеҙмәттәре хеҙмәткәре»нән уның исеменә законһыҙ кредит алыныуы тураһында хәбәр килә. Тиҙҙән уның менән «ФСБ вәкиле» бәйләнешкә инә, ул ярҙам тәҡдим итә һәм артабан аралашыу өсөн мессенджерға күсергә һорай. Ул ҡатынды уның иҫәбенә кредитты ҡаплау өсөн аҡса киләсәгенә ышандыра, уны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә кәрәк була.

Уңышлы күсереүҙән һуң мутлашыусылар ғариза биреүсенең яңы йорто барлығын белә. Фиктив килешеү һәм аферисттарҙан һаҡланыу һылтауы менән улар уны ашығыс рәүештә күсемһеҙ милекте һатырға һәм алынған аҡсаны улар күрһәткән иҫәпкә күсерергә күндерә.

Һөҙөмтәлә ҡатын мутлашыусыларға 11 миллион 95 мең һум аҡса күсерә: 1 миллион 100 мең — уның шәхси тупланмалары, 10 миллион – йортто һатыуҙан килгән аҡса.

Был осраҡ буйынса мутлашыу тураһында эш ҡуҙғатылды, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башинформ мәғлүмәте буйынса

 

Автор:
Читайте нас