Хәүефһеҙлек
28 Апреля , 07:00

Республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

30 апрелдән Башҡортостан биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индереләсәк, ул 2026 йылдың 12 июненә тиклем дауам итәсәк.

Республикала янғынға ҡаршы махсус режим индереләРеспубликала янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
Республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Бындай ҡарар янғын хәүефенең артыуына бәйле ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа янғынға ҡаршы махсус режимды боҙоусыларға енәйәт яуаплылығы һәм ҙур штрафтар янай.

Иғтибар итегеҙ: махсус янғынға ҡаршы режим осоронда үлән үҫемлектәрен һәм сүп-сар яндырыу, усаҡ яғыу тыйыла! Янғын билдәләре табылһа, был хаҡта шунда уҡ «112»телефоны аша хәбәр итегеҙ.

Автор:
Читайте нас