Хәүефһеҙлек
5 Май , 07:00

Өфөлә курьер пенсионерҙарҙың миллиондарса аҡсаларын алған

Полиция телефондан мутлашыусыларҙың ярҙамсыһын тотҡан.  Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре телефон мутлашыусылары ҡарамағында курьер булып эшләгән 40 йәшлек ирҙе ҡулға алған. Ул ололарҙан мутлашыусыларҙың алдап алған аҡсаларын барып алған. Йәмғеһе өс пенсионер 4 миллион һумдан ашыу аҡсаларын юғалтҡан.

Өфөлә курьер пенсионерҙарҙың миллиондарса аҡсаларын алғанӨфөлә курьер пенсионерҙарҙың миллиондарса аҡсаларын алған
Өфөлә курьер пенсионерҙарҙың миллиондарса аҡсаларын алған

Мәҫәлән, 79 йәшлек ҡатын ялған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә һәм «полицейскийҙарға» ышанып, 1,2 миллион һум аҡсаһын алып, уларҙы курьерға тапшырған. «Тәфтиш комитетынан» шылтыратҡандан һуң 65 йәшлек ир курьерға 2,1 миллион һумдан ашыу аҡсаһын биргән. 75 йәшлек пенсионер ҡатын курьерға 700 мең һумдан ашыу аҡсаны «декларацияларға» кәрәклегенә ышанып тапшырған.

Бар осраҡтарҙа ла мутлашыусылар тәүҙә ышанысҡа инә, һуңынан курьерҙы ҡулаҡса артынан ебәрә.

Курьерҙы уның Өфө янындағы баҡсасылыҡ ширҡәтендәге өйөндә ҡулға алғандар. Үҙендәге 40 мең һум аҡсаһын зыянды ҡаплау иҫәбенә тапшырған. Ғәйепләнеүсенең быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылғаны булған. «Мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Ир һаҡ аҫтына алынған.

Башинформ мәғлүмәте буйынса

 

Автор:
Читайте нас