Хәүефһеҙлек
6 Май , 05:00

Юлһыҙлыҡ дисциплина талап итә

Бәләбәйҙә «Юлһыҙлыҡты яулаусылар өсөн» акцияһы үтте. Сараны Башҡортостандың Дәүләт техник күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының Бәләбәй районындағы секторы ойошторҙо.

Юлһыҙлыҡ дисциплина талап итәЮлһыҙлыҡ дисциплина талап итә
Юлһыҙлыҡ дисциплина талап итә

Башҡортостандың Дәүләт техник күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты секторы мөдире урынбаҫары Азат Маннапов һүҙҙәренсә, акция барышында ҡыҙыҡһынған кешеләргә актив ял, балыҡ тотоу һәм һунар ваҡытында квадроциклдарҙы һәм ҡаргиҙәрҙәрҙе хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләгәндәр.

Шулай уҡ хужаның юлһыҙ мототранспорт сараларын файҙаланғанда үҙе менән алып килергә тейешле документтар исемлеге һәм квадроцикл йәки ҡаргиҙәр менән идара итеү өсөн кәрәкле АI категорияһындағы тракторсы-машинист танытмаһын алыу тәртибе хаҡында мәғлүмәт бирелгән.

Акцияла ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә юлһыҙ ерҙән йөрөгән мототранспортты файҙаланыу буйынса инструкция тапшырылды.

Фотолар: А. Маннапов

Юлһыҙлыҡ дисциплина талап итә
Юлһыҙлыҡ дисциплина талап итә
Юлһыҙлыҡ дисциплина талап итә
Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас