Хәүефһеҙлек
7 Мая , 06:00

Мутлашыусылар уҡытыусынан 1,5 млн һум аҡсаһын алдап алған

Стәрлетамаҡтан йәш ҡатын мутлашыу схемаһы ҡорбаны булған. 25 йәшлек уҡытыусы инвестиция майҙансығында эшләйеп тип уйлап, 1,5 миллион һумын юғалтҡан.

Мутлашыусылар уҡытыусынан 1,5 млн һум аҡсаһын алдап алғанМутлашыусылар уҡытыусынан 1,5 млн һум аҡсаһын алдап алған
Мутлашыусылар уҡытыусынан 1,5 млн һум аҡсаһын алдап алған

Эске эштәр министрлығында һөйләүҙәренсә, билдәһеҙ кешенең хәбәре «ҡармаҡ» булған: «Белдеңме? Мин танышыу сайтынан». Бәләгә ҡаршы, ҡыҙ әңгәмәгә ҡушылған, һәм икенсе көндө үк яңы танышы, йәнәһе лә, уңышлы ябыҡ килешеү тураһында шатлығы менән уртаҡлаша һәм әңгәмәсене инвестициялар тураһындағы фекергә этәрә башланы. Ул ризалашҡас, эстафетаны «белгес» ҡабул итә, ул ялған «инвестмайҙансыҡта» һәйбәт килем күрһәтеп, аҡрынлап зыян күреүсене күберәк суммаға ризалата. Әммә ҡыҙ, аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы һорағанда, аңлайышһыҙ ҡыйынлыҡтар килеп сыға, ә «брокер» үҙен тупаҫ тота башлай. Шунда ҡатын нимә булғанын аңлай һәм полицияға юллана.

Автор:
Читайте нас