

Полицияның дежур бүлегенә 64 йәшлек пенсионер ғариза менән мөрәжәғәт итә. Ир хәбәр итеүенсә, 15 апрелдән 7 майға тиклем билдәһеҙ кешеләр төрлө һылтауҙар менән уның 21 миллион 981 мең һум шәхси аҡсаһын урлаған.
Енәйәтселәр зыян күреүсе менән кеҫә телефоны аша һәм мессенджерҙа бәйләнешкә инә, эҙмә-эҙлекле рәүештә пенсия фонды, Күп функциялы үҙәк, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы һәм федераль именлек хеҙмәттәре (ФСБ) хеҙмәткәрҙәре булып таныштыра. Пенсияны ҡайтанан иҫәпләү, сит илгә терроризмды финанслауға аҡса күсереү тураһында енәйәт эше ҡуҙғатыу, һаҡлыҡты декларациялау, шулай уҡ мутлашыу ғәмәлдәрен иҫкәртеү һылтауы менән аферистар ирҙе бөтә тупланмаларын да сисеп алырға күндерә.
Зыян күреүсе ике тапҡыр — 21 апрелдә һәм 7 майҙа банк бүлексәһенә бара. Кредит ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре уның менән иҫкәртеү әңгәмәләре үткәрә, ҙур суммаларҙы алыу маҡсаты менән ҡыҙыҡһына. Пенсионер күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн аҡса кәрәклеген әйтә.
21 апрель кисендә ир беренсе курьерға 5 миллион һум аҡса тапшыра, кодлы һүҙҙе әйтә. 7 майҙа ул икенсе курьерға ҡалған 16 миллион һумдан ашыу аҡсаны тапшыра, шулай уҡ кодлы һүҙҙе атай.
Был факт буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса Бүлегенең тәфтиш подразделениеһы Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы 4-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғата (айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу).
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: дәүләт учреждениелары, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да граждандарға аҡса тапшырыуҙы йәки аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәп - хисаптарға» күсереүҙе талап итеп шылтыратмай — бындай схемалар юҡ. Әгәр һеҙгә енәйәт эше ҡуҙғатыу, терроризмды финанслау йәки һаҡлыҡты «декларациялау» кәрәклеге тураһында хәбәр итһәләр, был — мутлашыусылар. Шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм ойошма менән рәсми һандар буйынса бәйләнешкә инегеҙ.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкә төшөрә: курьер енәйәттең ҡатнашыусыһы булып тора һәм 10 йылға тиклем енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Бынан тыш, суд ҡарары буйынса ул алдаҡ ҡорбандарына зыянды ҡапларға бурыслы. Оло йәштәге туғандарығыҙға ошондай шылтыратыуҙар килһә, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңлатығыҙ.
Ә.Мансурова фотоһы.