Хәүефһеҙлек
20 Мая , 10:00

Байрам алкоголһеҙ!

26 майҙа, һуңғы ҡыңғырау көнөндә, Башҡортостанда алкоголле эсемлектәр һатыу тыйыла. Был хаҡта Сауҙа министрлығынан хәбәр иттеләр.

Байрам алкоголһеҙ!Байрам алкоголһеҙ!
Байрам алкоголһеҙ!

Сикләүҙәр 2007 йылдың 1 мартындағы 414-з һанлы БР законының 6.2-се статьяһына ярашлы индерелә.

Законды боҙған өсөн вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һум, ә юридик шәхестәргә 100-300 мең һум күләмендә штраф һалынырға мөмкин. Бынан тыш, продукцияның тартып алыныуы ихтимал.

Тыйыу йәмәғәт туҡланыуы учреждениеларында алкоголь һатыуға ҡағылмай.

Елена Петрова фотоһы

Автор:Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас