Хәүефһеҙлек
20 Мая , 08:00

Иглин районында юл фажиғәһендә 13 йәшлек пассажирҙың ғүмере өҙөлгән

Авария 19 майҙа кис көнө Иглин – Красный Восход автомобиль юлында теркәлгән.

Иглин районында юл фажиғәһендә 13 йәшлек пассажирҙың ғүмере өҙөлгәнИглин районында юл фажиғәһендә 13 йәшлек пассажирҙың ғүмере өҙөлгән
Иглин районында юл фажиғәһендә 13 йәшлек пассажирҙың ғүмере өҙөлгән

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, «СЕАЗ» автомобиле рулендәге 22 йәшлек егет идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып осҡан. Машина түңкәрелгән.

Водителдең туғаны, 13 йәшлек пассажир, алған йәрәхәттәрҙән урында уҡ йән биргән.

Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһы урынында полицияның тәфтиш-оператив төркөмө эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Водитель полиция бүлегенә килтерелгән, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:
Читайте нас