Бәләбәй ҡалаһында бер генә рәсми пляж бар – «Йырсы шишмәләр» паркында. Рекреацион биләмәне Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Роспотребнадзор вәкилдәре тикшерҙе.
Үҙеңде хәүефһеҙ тойор өсөн һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында белергә кәрәк:
- һыу температураһы 18-20°C һәм һауа температураһы 23-25°C булғанда рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инегеҙ;
- һыу инеү алдынан алкоголь эсмәгеҙ;
- буйҙар артына йөҙмәгеҙ һәм йөҙөү сараларына яҡын бармағыҙ;
- бейеклектән һыуға һикермәгеҙ;
- йөҙөү өсөн яраҡһыҙ әйберҙәрҙе ҡулланмағыҙ;
- хәүефле уйындарҙан һәм таныш булмаған урындарҙа һыу аҫтына төшөүҙән һаҡланығыҙ;
- балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Таҙалыҡты һаҡлау һәм пляжда сүп-сар ҡалдырмау мөһим.
Әгәр кемдер батып башлаһа:
- Хәүефте баһалағыҙ һәм ярҙамға саҡырығыҙ.
- Ҡотҡарыу сараларын ҡулланығыҙ.
- Үҙ көсөгөҙгә ышанмаһағыҙ, һыуға һикермәгеҙ.
- Йөҙә белһәгеҙ, батып барыусыға табан һаҡ ҡына арттан йөҙөгөҙ.
- Ярҙа ярҙам күрһәтеп, ашығыс ярҙам саҡырығыҙ һәм беренсе ярҙамды башлағыҙ.
Ялдар хәүефһеҙ булһын!
Фото «БИ» архивынан