Хәүефһеҙлек
10 Июня , 09:00

Башҡортостанда йәшәүселәр тоҙаҡҡа эләккән һәм 3 млн һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекамалағы бүлегенә 88 йәшлек пенсионер ҡатын мөрәжәғәт иткән. Мутлашыусылар «Туғанығыҙ юл фажиғәһенә осраған» схемаһын файҙаланған. Енәйәтселәр ҡатынды килгән курьерға 850 мең һумын «улын дауалауға» тапшырырға күндерә, ул шулай эшләй ҙә. Өфөлә йәшәгән 76 йәшлек ҡатын менән дә ошоға оҡшаш осраҡ булған. Уға таныш булмаған номерҙан шылтыраталар. Ялған хоҡуҡ һаҡлаусы  ҡыҙы менән бәхетһеҙ осраҡ булыуы тураһында хәбәр иткән һәм 200 мең һум аҡса күсереүҙе талап иткән.

Башҡортостанда йәшәүселәр тоҙаҡҡа эләккән һәм 3 млн һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡанБашҡортостанда йәшәүселәр тоҙаҡҡа эләккән һәм 3 млн һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан
Башҡортостанда йәшәүселәр тоҙаҡҡа эләккән һәм 3 млн һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан

Өфөләге 7-се полиция бүлегенә 47 йәшлек ҡатын мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ағымдағы йылдың май айында уға бер нисә мессенджерҙа хәбәрҙәр килә. Улар үҙҙәрен «криптобиржа хеҙмәткәрҙәре» тип таныштыра. Инвестицияларҙан табыш алаһығыҙ тип, улар ҡалала йәшәүсе ҡатынды 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсерергә күндерә.

Бәләбәйҙә 43 йәшлек ҡатындың 350 мең һумдан ашыу аҡсаһы урланған. Мутлашыусылар, үҙҙәрен «дәүләт структуралары һәм Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре» тип  таныштырып, шәхси мәғлүмәттәренең ситкә китеүе тураһында хәбәр итә. Аҡсаларын һаҡлап ҡалыр өсөн, улар уны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә тәҡдим иткән.

Өфөлә йәшәүсе 37 йәшлек ҡатын да ошоға оҡшаш хәлдә ҡалған. Мутлашыусылар уның 840 мең һум самаһы аҡсаһын урлаған. Ошондай схеманы Мәләүездең 22 йәшлек кешеһендә лә ҡулланғандар. Күңелһеҙ хәлгә эләкмәҫ өсөн, йәш кеше автомобилен һатҡан һәм таныштарынан бурысҡа аҡса алған. Мутлашыусылар 1,3 миллион һумдан ашыу аҡсалы була.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәтерегеҙгә төшөрә: билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙарға иғтибарлы булығыҙ. Шылтыратҡан һәр кемгә ышанмағыҙ, өҫтәүенә, аҡсаны таныш булмаған кешегә тапшырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

#Һинең именлегең

 

Автор:
Читайте нас