

«Талпандар йылы миҙгелдә, айырыуса майҙа һәм июндә әүҙем. Репелленттар ҡулланығыҙ, оҙон еңле асыҡ төҫтәге кейем кейегеҙ, салбар балағын нәскиҙәргә ҡыҫтырығыҙ, шулай уҡ тәбиғәттә йөрөгәндән һуң үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы талпандар барлығына даими тикшерегеҙ».
Үҙегеҙҙә талпан тапһағыҙ, уны үҙ аллы тартып сығарырға тырышмағыҙ. Хәүефһеҙ сығарыу һәм инфекцияның булыу-булмауына анализ яһау өсөн тиҙ арала медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ. Талпан ҡаҙалғанда ҡаратыу һәм консультация алыу өсөн Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы хирургия комплексының ҡабул итеү бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Адресы: Бәләбәй ҡалаһы, Революционерҙар урамы, 15.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы талпан ҡаҙалыуҙан һаҡлар өсөн ябай ғына һаҡланыу саралары тураһында онотмағыҙ. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ, йәй етди сюрприздарһыҙ үтһен!
Регина Иванова әҙерләне