

Суд мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың ноябрендә элек бер нисә тапҡыр иҫерек килеш автомобиль йөрөткәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған ғәйепләнеүсе атаһының «ВАЗ 21120» автомобиле руле артына ултыра.
Машинала китеп барғанда ир кеше яҡтыртҡыстары ҡабыҙылған ЮХХДИ автомобилен күреп ҡала һәм Бәләбәй урамдарының береһендәге ихатала туҡтай. Медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта.
Ғәйепләнеүсе ғәйебен танымай. Суд уға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 2 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе тәғәйенләй. Бынан тыш, ир транспорт менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан 5 йылға мәхрүм ителгән.
Ирҙе суд залында һаҡ аҫтына алалар.