Күптәр быны аҡса эшләүҙең еңел ысулы тип һанай. Ысынында иһә, бындай карталарҙы йыш ҡына мутлашыусылар һәм енәйәтсел төркөмдәр законһыҙ финанс операциялары өсөн файҙалана.
Бындай схемаларҙа ҡатнашыу енәйәт яуаплылығына килтерергә мөмкин икәнен иҫтә тотоғоҙ. Кеше енәйәт эшләүсе булмаһа ла, картаны йәки банк реквизиттарын башҡа кешеләргә биреү уны законһыҙ ғәмәлдәрҙә ҡатнашыусы итә ала.
Ышанысһыҙ юл менән аҡса эшләйем тип киләсәгегеҙҙе шик аҫтына ҡуймағыҙ . Шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм банк карталарын, счетығыҙҙы һәм онлайн-банкка инеү мөмкинлеген бер кемгә лә бирмәгеҙ.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ышаныс телефоны: 7 (347) 273-73-72.