

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, ҡатындың улына, 22 йәшлек егеткә, таныш булмаған ҡатын шылтырата, ул үҙен дауахана хеҙмәткәре тип таныштыра, ул диспансерлаштырыу үтергә тәҡдим итә.
Улы әсәһенең СНИЛС мәғлүмәттәрен бирә.
Һуңыраҡ уға билдәһеҙ кеше шылтыратып, әсәһенең «Дәүләт хеҙмәттәре» аккаунтын емереүҙәре һәм уның исеменә кредит алырға маташыуҙары тураһында хәбәр итә.
Шылтыратыусы егетте «ҡиммәтле әйберҙәрҙе декларацияларға» һәм ювелир әйберҙәрҙе курьерға тапшырырға күндерә.
Икенсе көндө курьер килә, һәм егет уға өс миллион һумлыҡ алтын әйберҙәр биреп ебәрә.
Шулай итеп, егеттең әсәһе өс миллион һумлыҡ зыян күрә. «Мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Э. Ибраһимова фотоһы.