Хәүефһеҙлек
29 Июня , 04:00

Бәләбәйҙә балиғ булмаған йәйәүле ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

23 июндә киске сәғәт 7-ләр тирәһендә Революционерҙар урамындағы 16-сы йорт эргәһендә машина (водителе 1965 йылғы ир) 2023 йылғы баланы тапатҡан. Балиғ булмаған бала йорт яны биләмәһенә юлға йүгереп сыҡҡан.

Бәләбәйҙә балиғ булмаған йәйәүле ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгәнБәләбәйҙә балиғ булмаған йәйәүле ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән
Бәләбәйҙә балиғ булмаған йәйәүле ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Йәрәхәттәр алған баланы ҡала дауаханаһына оҙатҡандар. Әле юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү бара.

Бәләбәй Дәүләт автоинспекцияһы юлда балаларҙың хәүефһеҙлеге - дөйөм яуаплылыҡ икәнлеген иҫкә төшөрә.

Ата-әсәләргә: балаларҙың юлға сығыуына юл ҡуймағыҙ. Яҡын килгән транспорт алдынан ни өсөн юл аша сығырға ярамағанын аңлатығыҙ.

Водителдәргә: йорт яны биләмәләрендә, балалар була алған урындар янында, көйләнмәгән үткәүелдәр һәм туҡталыштар янында бик иғтибарлы булығыҙ. Балиғ булмағандарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәгеҙ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фотолар: Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ бүлеге

Бәләбәйҙә балиғ булмаған йәйәүле ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән
Бәләбәйҙә балиғ булмаған йәйәүле ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән
Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас