

1 июлдә Өфө ҡалаһының Ленин районында күп ҡатлы торлаҡ йорт төҙөлөшө объектында алтынсы ҡаттан фасадтарҙы тышҡы биҙәү эштәре башҡарған субподряд ойошмаһы эшселәре менән люлька ҡолап төшә һәм ауҙарыла.
Зыян күреүселәр ауыр йәрәхәттәр ала: 28 йәшлек ир ваҡиға урынында һәләк була, уның 50 йәшлек иптәше ашығыс ярҙам машинаһында вафат була.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина аңлатыуынса, ваҡиға сәбәптәре һәм шарттары башланған тикшереү һөҙөмтәләре буйынса билдәләнәсәк.