Хәүефһеҙлек
7 Июля , 14:00

Иглин районындағы юл фажиғәһендә оло кеше һәләк булған

Бөгөн көндөҙгө сәғәт икеләр тирәһендә М-5 «Урал» автомобиль юлының 1513-сө саҡрымында өс транспорт сараһы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иглин районындағы юл фажиғәһендә оло кеше һәләк булғанИглин районындағы юл фажиғәһендә оло кеше һәләк булған
Иглин районындағы юл фажиғәһендә оло кеше һәләк булған

Әлегә билдәле булыуынса, "Вольво" йөк машинаһы, "Рено Сандеро" һәм "Лада Гранта" бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Рено" автомобиле пассажиры, 70 йәшлек ҡатын, ауыр йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында вафат була. Еңел автомобилдәрҙең дүрт пассажиры медицина учреждениеһына оҙатылған. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана.

Фото: БР ДАИ.

Автор:
Читайте нас