Хәүефһеҙлек
12 Июля , 13:00

Бер ҡатлылыҡ хаҡы – 7 миллион һум...

Күптән түгел генә Өфөлә йәшәүсе 21 йәшлек егет экстрен рәүештә фатирын һатҡандан килгән 10 миллион һум аҡсаһын аферистарға биреүҙән саҡ ҡалғайны. Ошо көндәрҙә ҙур сумма аҡсаға бәйле реаль зыян менән тағы бер осраҡ теркәлгән.

Бер ҡатлылыҡ хаҡы – 7 миллион һум...Бер ҡатлылыҡ хаҡы – 7 миллион һум...
Бер ҡатлылыҡ хаҡы – 7 миллион һум...

Өфө ҡала мэрияһында белдереүҙәренсә, 59 йәшлек ханым полицияға үҙенең өйөндә һаҡланған 7 миллион 600 мең һум аҡсаһын урлауҙары тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. “Социаль инженерҙар” баҫымы аҫтында ҡатын аҡсаларын ирекле рәүештә биргән. Уның иҫәптәрендә аҡсаһы барлығын белгәс, телефон аша урлашыу оҫталары ҡатындың, йәнәһе лә, был аҡсаларын “ҡотҡарыу” эштәрен башлағандар. Ләкин, бәхеткә күрә, банкта клиентканы артабан “талау” эшенә юл ҡуймағандар.

Мутлашыусылар ҡорбандарын нисек “эләктергән” һуң? Башта өйөнә ниндәйҙер тауар алып барыу тураһында смска ебәргәндәр. Артынан шунда уҡ мессенджерҙа был хәбәр уның Дәүләт хеҙмәтендәге аккаунтын боҙоу тураһында һөйләй, уның исеменә кредиттар алыу һәм иҫәптәрҙән средстволарҙы алыу мөмкинлеге биргән кредит документлаштырылған, тип шөбһә һалғандар.

Артабан эстафетаны “ФСБ хеҙмәткәрҙәре” дауам иткән. Улар. ҡулда булған барлыҡ аҡсаларҙы “декларировать” итергә кәрәк, юғиһә тентеү ваҡытында тартып алалар, тип ҡурҡытҡандар.

Зыян күреүсе һөйләүенсә,  аферистарҙың береһе фидеобәйләнеш аша хатта уға ҡулаҡсаларын иҫәпләргә ярҙам иткән. Һүҙ үрҙә телгә алынған 7 миллион 600 мең һум хаҡында. Артабан ханым был аҡсаларҙы курьерға биреп ебәргән.

Телефоныға килгән ят номерҙар аша таныш булмаған кешеләр менән бәйләнешкә сығыу ике осло. Һаҡ булайыҡ!

"Башинформ" мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Фото: Валерий Шахов | Башинформ

Автор:
Читайте нас