Хәүефһеҙлек
13 Июля , 10:00

Башҡортостанда ял көндәрендә дүрт ир һәм бер бала батып үлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғәләрҙең береһе Ишембай районында булған.

Башҡортостанда ял көндәрендә дүрт ир һәм бер бала батып үлгәнБашҡортостанда ял көндәрендә дүрт ир һәм бер бала батып үлгән
Башҡортостанда ял көндәрендә дүрт ир һәм бер бала батып үлгән

Һәләүек йылғаһында өс йәшлек бала батҡан. Шишмә районы Ҡалмаш йылғаһынан 63 йәшлек ир кәүҙәһе сығарылған. Магнитогорскиҙан 39 йәшлек ир Учалы районында Ҡалҡан күлендә батып үлгән. Стәрлетамаҡ районында Ағиҙелдә 53 йәшлек ир батҡан. Октябрьский ҡалаһы янында 50 йәшлек ир карьерҙы йөҙөп сығырға ниәтләгән һәм һыу төбөнә киткән.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан 

Автор:
Читайте нас