Хәүефһеҙлек
14 Июля , 07:00

Дүрт кеше һәләк булған

Ә биш йәшлек кескәй ҡыҙ дауаханаға оҙатылған.

Дүрт кеше һәләк булғанДүрт кеше һәләк булған
Дүрт кеше һәләк булған

Баймаҡ районында дүрт кеше, шул иҫәптән бала һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, кисә киске сәғәт 11-ҙә Магнитогорск — Ира автомобиль юлының 126-сы километрында 25 йәшлек «Лада Веста» водителе Сибай ҡалаһына табан хәрәкәт иткәндә ҡаршы йүнәлештә килгән «Лада Ларгус» менән бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ике водитель һәм «Лада Ларгус»тың 8 һәм 34 йәшлек пассажирҙары урында вафат була, биш йәшлек ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.

Юл-транспорт ваҡиғаһының бөтә сәбәптәре асыҡлана.

Водителдәр! Ашыҡмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Һеҙ пассажирҙарығыҙ өсөн яуаплы. Айырыуса салонда балалар булғанда уяулыҡты юғалтмағыҙ. 

 Фото: Башҡортостан ДАИ-һы.

 

Автор:
Читайте нас