Хәүефһеҙлек
15 Июль , 09:00

Хәүефле ҡалдыҡтар – үтилләштерергә!

Бәләбәй районында «Төньяҡ Нива Башҡортостан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биләмәһендә ауыл хужалығы производствоһының хәүефле пластик ҡалдыҡтарын үтилләштереү буйынса эш башланды.

Хәүефле ҡалдыҡтар – үтилләштерергә!Хәүефле ҡалдыҡтар – үтилләштерергә!
Хәүефле ҡалдыҡтар – үтилләштерергә!

Район хужалыҡтарынан килтерелгән таралар махсус мини-престар ярҙамында артабан хәүефле ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә һәләтле махсуслаштырылған предприятиеларға оҙатыу өсөн төктәргә ҡыҫыласаҡ.

«Зарарлы ҡалдыҡтарҙан эшләнгән тараны үтилләштереү хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге мөһим мәсьәлә булып тора, сөнки продукцияның ҡалдыҡтары тирә-яҡ мөхит өсөн хәүеф тыуҙыра һәм экологияға зыян килтерә.

Экологик зыян килтермәһен өсөн пестицидтар файҙаланылған канистрҙарҙы яғырға йәки ергә күмергә ярамай», – тип билдәләне «Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының Көнбайыш район-ара бүлеге баш агрономы Д.З. Латипов.

Фотолар «Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге» федераль учреждениеһының Бәләбәйҙәге филиалынан

Хәүефле ҡалдыҡтар – үтилләштерергә!
Хәүефле ҡалдыҡтар – үтилләштерергә!
Автор:Светлана Шириня әҙерләне
Читайте нас