Хәүефһеҙлек
17 Июля , 07:00

Фажиғәләргә юл ҡуймаҫҡа

Аксаков ауыл советы биләмәһендә янғындарҙы иҫкәртеүгә һәм граждандарҙың именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән рейдтар бара.

Фажиғәләргә юл ҡуймаҫҡаФажиғәләргә юл ҡуймаҫҡа
Фажиғәләргә юл ҡуймаҫҡа

Янғын сығыу хәүефе артҡан миҙгелдә ауыл советы хакимиәте фажиғәләргә юл ҡуймау өсөн әүҙем саралар күрә.

Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барҙы, уларға шәхси йорттарҙа янғын сығыуҙың йыш осраған сәбәптәре тураһында һөйләнеләр. Бәхетһеҙлек осраҡтарына юл ҡуймаҫҡа ярҙам итерҙәй һаҡлыҡ сараларына айырым иғтибар бирелде.

Рейдта ҡатнашыусылар янғында һәм газ еҫе сыҡҡанда нисек эш итергә кәрәклеген һөйләне. Улар оператив хеҙмәттәрҙе нисек дөрөҫ саҡырырға һәм улар килгәнсе нимә эшләргә кәрәклеген аңлатты.

Иҫкәртеү эштәре сиктәрендә халыҡҡа ҡотҡарыусыларҙың телефон номерҙары күрһәтелгән инструкциялар тапшырылды. Бынан тыш, граждандарҙың айырым категорияларына торлаҡ йорттарҙа хәүефһеҙлек кимәлен күпкә күтәреүсе янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар (АДПИ)  ҡуйылды.

Фотолар: Аксаков ауыл советы ауыл биләмәһе

Фажиғәләргә юл ҡуймаҫҡа
Фажиғәләргә юл ҡуймаҫҡа
Фажиғәләргә юл ҡуймаҫҡа
Автор:Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас