

Өфөләге полиция бүлегенә Благовар районында йәшәүсе 50 йәшлек ир мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ир популяр интернет-платформа аша трактор һатып алырға ҡарар итә һәм, тейешле иғлан тапҡас, һатыусыға шылтырата. Әммә трубканы алмайҙар. Икенсе көндө уға билдәһеҙ кеше шылтырата һәм үҙен компания менеджеры тип таныштыра. Ялған белгес, тракторҙы теләгән бер урынға илтергә мөмкин, тип хәбәр итә һәм транспорт сараһы тапшырылған ваҡытта ҡулаҡса менән түләргә кәрәк буласаҡ, тип ышандыра.
Ир ризалаша һәм менеджерға үҙенең шәхси мәғлүмәттәрен бирә. Уға транспорт компанияһы хеҙмәттәренә 84 мең һум күләмендә иҫәп ебәрелә. Зыян күреүсе күрһәтелгән сумманы күсерә, шунан һуң улар килешеү төҙөй. Мутлашыусылар уға тракторҙың ысынлап та булыуын һәм тиҙҙән оҙатыласағын раҫлаған видео ебәрә.
Икенсе көндө уның менән «водитель» бәйләнешкә инә. Ул таможнялағы проблемалар тураһында хәбәр итә һәм тағы ла 350 мең һумдан ашыу аҡса күсереүҙе һорай. Енәйәтселәр бының менән генә туҡтап ҡалмай. Төрлө һылтауҙар менән улар ирҙе тағы 2 миллион һумдан ашыу аҡса күсерттерә. Трактор килтерелмәгәс, ир үҙенең алдашыу ҡорбаны булыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.